Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Февраль 2018, 21:41

Әрәм-шәрәм ителә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәүефле хәбәр белдерҙе — кешелек аҙыҡ-түлектең өстән бер өлөшө самаһын юғалта. Донъя халҡын туйҙырыу өсөн, БМО күҙаллауынса, тағы 25 – 30 йылдан ризыҡты бөгөнгөгә ҡарағанда 40 процентҡа күберәк етештерергә кәрәк буласаҡ, сөнки был ваҡытҡа Ер йөҙөндә кеше һанының10 миллиардҡа тиклем етеүе көтөлә.

Ҡытайҙа, Һиндостанда, Евросоюзда агрокомп­лекс өлкәһен­дәге юғалтыу­ҙарҙы кәметеү хаҡында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармай­ҙар, дәүләт программалары эшләй. Үкенескә ҡар­шы, Рәсәйҙә был тема­ға һөйләшеүгә әллә ни атлығып тор­майҙар. Беҙҙә игенде йыйғанда һәм һаҡлағанда юғалтыу һи­геҙ процентҡа еткәне билдәле. Әлбиттә, бер нимә лә эш­лән­мәй түгел. Ҡуҙға­ла­быҙ, әммә әкрен.
Ошо урында заманса йәшелсә һаҡ­лағыстар төҙөү буйынса дәүләт про­грам­маһын иҫкә төшөрөү кәрәк­тер. Ул 2012 – 2020 йылдарға иҫәп­ләнгән һәм ҡеүәтте 9,2-нән 18 миллион тоннаға ет­керергә мөмкинлек бирәсәк. Әйткән­дәй, был аҙыҡ-тү­лекте оҙайлы һаҡла­ған­да юғал­тыуҙы 18-ҙән 5-7 про­цент­ҡа тиклем кәметергә ярҙам итәсәк. Әммә был ғына аҙ. БМО иҫәпләүенсә, беҙҙең етеште­реүселәр, эшкәртеү­се­ләр, һатыу­сы­лар һәм шулай уҡ бү­тән­дәр эҙмә-эҙ­лекле бөтәһе 15 ­про­цент­ҡа тиклем аҙыҡ-түлек сарыф итә. Былтыр дөйөм юғал­тыу биш триллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Беҙ был осраҡта аҙыҡты ғына тү­гел, уларҙы эшкәртеү өсөн то­то­нол­ған ре­сурсты, һыуҙы, энергияны, ашламаны ла әрәм-шә­рәм итәбеҙ. "Башҡортостан гәзите"нән.

Читайте нас: