«Моноҡалалар араһында Күмертау алда бара, беҙ унда федераль ярҙамдың барлыҡ төрҙәрен дә тиерлек бойомға ашырҙыҡ: инженер инфраструктураһына, тимер, автомобиль юлдарына, төрлө инженер селтәрҙәренә Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан субсидиялар бүленде. Предприятие-инвестор 1 миллиард һум күләмендә льготалы кредит алды, был Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды биргән һәм хөкүмәт комиссияһы хуплаған тәүге кредит булды. Республика социаль инфраструктура объекттарына ла аҡса һала. Күмертауҙың моноҡалалар исемлегенән сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип иҫәпләйбеҙ», — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ТАСС агентлығына интервьюһында. "Башинформ".