Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, ҡул ҡуйылған меморандум республикаға «Проектлы финанслау фабрикаһы» программаһында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев форумдың пленар ултырышында ошо хаҡта
әйтеп үткәйне. Проекттың асылы ВЭБ-тың сәнәғәт, энергетика, юғары технологиялар, юл инфраструктураһы өлкәһендәге перспективалы инвестиция проекттарына льготалы кредитлау рәүешендә ярҙам күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. Финанслау схемаһы – 80/20, уның 20 проценты – предприятиеның акционер капиталы, 80 проценты иһә банктың заём аҡсаһы.