Проект һөт ризыҡтарында: һөттә, эремсектә, ҡатыҡта һәм башҡа әсетелгән аҙыҡ-түлектә өс йәшкәсә ике мең самаһы баланың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Нина Фазылова һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡтан тыш, һөт кухняһы Салауат, Күмертау ҡалаларын, Ишембай һәм Мәләүез райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Урындағы тауар етештереүселәрҙән сеймал алыу күҙаллана, ул аҙыҡ-түлек һатыу баҙарының тотороҡлоғон тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Өс йәшкәсә бала тарбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә электрон аҙыҡ-түлек картаһы аша адреслы аҙыҡ-түлек ярҙамы системаһы ярҙамында һатыу күҙаллана.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 19,3 миллион һум бүлеү ҡаралған. Кәмендә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Киләсәктә сығарыласаҡ тәбиғи сифатлы һөт продукцияһы менән дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары, ваҡлап һатыу предприятиелары тәьмин ителәсәк. "Башинформ".