Атап әйткәндә, республика буйлап тупраҡ – норма сиктәрендә, ә Урал аръяғында хатта норманан юғарыраҡ туңған, 1,5 метрға тиклем. Ҡапыл йылыта йәки ямғыр яуа башлау йылғаларҙы ирегән һыу менән әүҙем тәьмин итәсәк һәм һөҙөмтәлә ташҡын да юғары кимәлдә буласаҡ.
Киләһе айҙа ла ҡар булмаһа, аҙ һыулылыҡ булыуы ихтимал, шул сәбәпле һыуһаҡлағыстар күп запас эшләй алмаясаҡ. Ләкин, ниндәйҙер фараздар тураһында һүҙ йөрөтөргә иртә әле. Синоптиктар 2018 йылға яҙҙың тәүге төҫмөрләүҙәрен ғәҙәттәгесә 25 мартҡа әҙерләй, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Экология министрлығында. "Башинформ".