Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2017, 16:46

Әсәлек капиталын индексациялау ваҡыты аталды

Әсәлек капиталы 4 процентҡа индексациялана, тик 2020 йылда. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡатмарлы иҡтисади хәл шарттарында әсәлек капиталын индексациялау туҡталып торолдо, «әммә шул уҡ бюджетта 2020 йылдың 1 ғинуарынан дүрт процентҡа индексациялау ҡаралған».

Әлеге ваҡытта түләү дәүмәле 453 мең һум тәшкил итә. 2020 йылда ул 471 мең һумға етә. Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын оҙайтты һәм уны файҙаланыу алымдарын өҫтәне. Әсәлек капиталы программаһы эшләй башлағандан алып 11 йыл үтте. Был икенсе бала табыу өсөн яҡшы дәртләндергес сараға әйләнде. «Йыш ҡына кешеләр миңә «артабан нимә булыр?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға, бынан тыш, уны файҙаланыуҙың өҫтәмә мөмкинлектәрен индерергә тәҡдим итәм, атап әйткәндә, мохтаж ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһын айлыҡ түләү рәүешендә алырға мөмкин», — тине Владимир Путин балалар мәнфәғәттәрендә Милли ғәмәлдәр стратегияһын бойомға ашырыу буйынса координация советы ултырышында. Уның һүҙҙәренсә, бында тәүге бала тыуғандағы кеүек адреслы алым ҡулланыласаҡ. Йәғни түләүҙәр төбәктә бала өсөн йәшәү минимумы дәүмәлендә һәм килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының бер ярымлыҡ дәүмәленән артмаған ғаиләләргә билдәләнә һәм балаға йәш ярым тулғанға тиклем түләнә. «Хәҙер әсәлек капиталын мәктәпкәсә йәшкә белем биреү хеҙмәттәрен түләүгә, анығыраҡ әйткәндә, ике айҙан уҡ баланы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Быға ихтыяж ҙур икәнен беләм. Атап әйткәндә, әсә кеше бала тыуғандан һуң эшен йәки белем алыуын дауам итә ала», — тине Владимир Путин.
"Башинформ" агетлығынан.
Читайте нас: