Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2017, 16:52

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 4 процентҡа арта – Рәсәй Хөкүмәте

Рәсәй Хөкүмәте 2018 йылдың 1 ғинуарынан федераль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 4 процентҡа арттырырға бойорҙо. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Федераль дәүләт органдары һәм учреждениелар федераль ҡаҙна иҫәбенә федераль ҡаҙна, бюджет һәм автономлы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында саралар ҡабул итергә тейеш. Шулай уҡ эш хаҡының артыуы хәрби хеҙмәт ҡаралған йәки ундағы хеҙмәткә тиңләштерелгән федераль дәүләт органдары, хәрби частарҙың граждандар оборонаһы, федераль власть органдары учреждениелары һәм подразделениелары хеҙмәткәрҙәренә ҡағылырға тейеш, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.
4 процент 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса өлгәшелергә мөмкин инфляция кимәленән уҙып китә. 30 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Рәсәй телеканалдарына биргән интервьюла инфляцияның йыл йомғаҡтары буйынса 3 проценттан кәм тәшкил итәсәген белдерҙе.
"Башинформ" агетлығынан.
Читайте нас: