Бөтә яңылыҡтар

Сөйәл үләненең файҙаһы

Сөйәл үлән (чистоте́л) — күп йыллыҡ ағыулы үҫемлек. Май-август айҙарында һары сәскә ата, июль-октябрҙә орлоғо өлгөрә. Сөйәл үләне күләгәле урындарҙа, йылға, һаҙлыҡ ситтәрендә, дымлы турпаҡлы һәм һирәк ағаслы урмандарҙа, баҡсаларҙа, ҡойма буйҙарында үҫә. Электән уны тире ауырыуҙарына дарыу итеп ҡулланғандар.

Сөйәл үләненең файҙаһы
Сөйәл үләненең файҙаһы

Сөйәл үләненең әле өлгөргән сағы. Уны белеп ҡулланһаң, файҙаһы бик күп. Уны тамаҡ ауыртҡанда, тән боҙолғанда һәм яман шештән һаҡланыу сараһы итеп файҙаланалар.

Халҡыбыҙҙа киң ҡулланылған бер нисә төрөн тәҡдим итәм. Уны тамыры менән ит үткәргес аша үткәреп, һутын 2 банкаға һығып алырға. Шуны ҡасан кәрәк шул ваҡыт файҙаланаһың. Бер өлөшөнә спирт ҡушып, уны ҡыш көнө лә ҡулланырға мөмкин.

Әҙ генә тамаҡ ҡырыла, һалҡын тейә башлаһа, йоҡлар алдынан йылы һыуға сөйәл үләненең һутын ҡушып, тамаҡты сайҡатырға кәрәк.  Танауға ла (яртылаш һыу ҡушып) тамыҙырға мөмкин. Оло кешегә концентрацияһы күберәк, балаларға шыйығыраҡ кәрәк.

Һутты ваҡ шешек сыҡҡанда ҡулланыу файҙалы. Мамыҡты һутҡа манып, компресс ҡуйырға була.

Сөйәл үләне һуты яман шеш ауырыуҙарынан һаҡланыу сараһы булып тора. Ярты балғалаҡтан десерт ҡалаҡҡа еткереп, 50-100 гр һыуға ҡушып, иртән ас ҡарынға эсергә кәрәк.

Уның һуты ҡара ҡылауҙы (катаракта) булдырмаҫ өсөн дә ҡулланыла. Һыуытылған ҡайнаған һыуға сөйәл үләне һутын (1:1) ҡушып, мамыҡты манып, күҙ ҡабаҡтарына ҡуйырға кәрәк. Күҙгә тамырлыҡ булмаһын. Өҫтөнә йомшаҡ полиэтилен ҡаплап, яулыҡ менән бәйләп төн буйы тоторға. 15 көн дауаланырға кәрәк.

Был үлән ағыулы, шуның өсөн ҡулланғанда сама белеү мөһим.

 

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: