Яҙ хозурлығын һалҡындар тәүҙә быуа биреп ҡуйһа ла, көндәрҙең ҡояшлап, йылытып ебәреүе донъябыҙға йәм дә, йән дә, ҡот та өҫтәне. Күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәҫбеҙ, тәбиғәт ниғмәттәре, урман аптекаһы үҙе бер шифа, үҙе бер дауа."...Халҡыбыҙҙа борон ҡайын ите ашау ғәҙәте лә булған. Ул – туҙ менән ағас араһындағы лайлалы ҡатлам. Уны ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар. Туҙынан иһә ауыҙ ҡыуышлығы, тештәргә файҙалы булған ҡара һағыҙ ҡайнаталар.Бынан тыш, ҡайын бәшмәге - ҡыуау ҙа (чага) мең сирҙән дауа. Уны сәй һымаҡ итеп эсәләр. Урман ҡырҡҡанда йыйып, киптереп алалар уны. Сәй һымаҡ ҡап-ҡара булып сыға, үҙе тәмле генә, шәкәр һалмай ҙа эсергә була. Ул, баҡтиһәң, халыҡ медицинаһында электән ашҡаҙан ауырыуҙарын, яман шеште дауалауҙа ҡулланыла..."Ҡайын бөрөһө, һыуы, ыуыҙ япрағы, бәшмәге шифалары.
Яҙ етеү менән ҡайын бөрөһөн йыялар. Ҡайын бөрөһө – бик күп ауырыуҙан һөҙөмтәле дауа. Уны яҙ ҡайын һыуы сығып, бөрөләр тулыша башлағас та йыйырға кәңәш ителә. Шифалы төнәтмәләр әҙерләнә. Әле улар асылмаған була, әммә ағас олоно буйлап һут йүгергәндә тулыша. Ә был мәлдән иртә йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ - файҙаһы аҙ буласаҡ. Бөрөләр һорғолт буҙ төҫтә, төбөнән әҙерәк йәшәреп торғандары ла осрай.