Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
8 Ғинуар 2021, 01:05

Шыршыны ташларға ашыҡмағыҙ!

Яңы йыл байрамынан һуң өфөләр шыршыларҙы эшкәртеүгә тапшыра ала.

16 һәм 17 ғинуарҙа баш ҡалала яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса “Шыршыларҙы – юнысҡыға” экологик акцияһы уҙғарыла.
2018 йылдан Өфөлә был сара уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – ҡала халҡының иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға йүнәлтеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал рәүешендә файҙаланыу. Әйткәндәй, былтыр ғинуарҙа ошо акция нигеҙендә өс меңгә яҡын ағас йыйылған.
Быйыл тапшырылған шыршылар “Горзеленхоз” предприятиеһына һәм “Кроношпан” заводына эшкәртеүгә ебәрелә. Ҡала халҡына уңайлы булһын өсөн Өфөнөң бөтә райондарында шыршы ҡабул итеү буйынса 14 пункт асыла.
Мәғлүм булыуынса, акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы ойошторола.
Фото: bashinform.ru
https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Shirshini-tashlar-a-ashi-ma-i-623447/?utm_source=odnoklassniki&utm_medium=social&utm_campaign=56151266951289
Читайте нас: