Беҙҙең бер гәзит уҡыусыбыҙ иһә экземанан арыныу форсатын тапҡан. Дамира Ғ. ханымдың кәңәшен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ – бәлки, экземанан йонсоған кешеләргә файҙаһы тейер.
“Вазелин һәм көкөрт экземаны юҡ итә. Тап уларҙың ярҙамында мин күп йылдар элек ошо тире сиренән ҡотолдом. Экзема сабыртмаһы ҡулдарымды, аяҡтарымды баҫҡайны. Түбәндәге ысул менән мин унан бер нисә көндә ҡотолдом. Рецепт ҡоро экземаны ла, еүешен дә дауалау өсөн бара.
Шулай итеп, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡ табандарын яҡшылап ҡайнатылған һыу менән йыуығыҙ. Таҫтамал ярҙамында кипкәнсе ҡоротоғоҙ. Зарарланған урындар, яралар айырыуса ҡоро булырға тейеш. Унан үҙегеҙ әҙерләгән майҙы мул итеп һылағыҙ.
Был майҙы әҙерләү өсөн бер сәй ҡалағы вазелин йә крем алырға кәрәк. Уға бер сәй ҡалағы янма көкөрт ҡушып, эмаль һауытта 5-10 минут бешереү фарыз. Һыуынғас, ҡулланырға мөмкин.
Дауалауҙы көндөҙ башҡарығыҙ, зарарланған урындар асыҡ булһын”, - тип яҙҙы Дамира ханым.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ekzemanan-otolou-sara-i-bar-622355/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500