Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
20 Декабрь 2020, 18:34

ЙЫЛМАЙ

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы берәүҙәрҙең йөҙө һәр саҡ ҡояштай алсаҡ, берәүҙәрҙеке – ҡар болото томалаған күктәй.

Табиптар йылмайыуҙың иң тәүҙә кешенең үҙенә файҙалы икәнен асыҡлаған. Ул – күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы иң ҡулай сара. Тырышып ҡына йылмайған кешенең сырайында ла ҡара болоттар тарала. Йылмайыу организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, ирен мускулдарының йылмайыу хәрәкәте нервылар системаһын көйләй, тип раҫлай белгестәр. Йәнә Американың Мичиган университеты ғалимдары яҡшы күңелле, башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы кешеләр оҙаҡ йәшәй, тип билдәләгән. Кешеләрҙең күңел төбөндәге изгелек хисе уның үҙен ҡурсалай, тип раҫлай улар. Иң шәбе шул: был алда әйтелгән ике фекерҙе лә тап үҙеңдә, үҙ тәжрибәңдә һынап ҡарарға мөмкин! Ҡояштай балҡып яғымлы йылмайыуҙан, таныштарға ла, башҡаларға ла ҡулдан килгән ярҙам ҡулы һуҙыуҙан кем тыя беҙҙе? Ә әжере кешенең үҙенә: яҡшы кәйеф, ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс булып ҡайтасаҡ. Миляуша Валеева. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/me-d-ber-k-sh/Yilmay-316150/
Читайте нас: