Ырым-юрауҙар буйынса Яңы йыл төнөндә өҫтәл һәр төрлө һый-ниғмәттән һығылып торһа, йыл да шулай мул буласаҡ, имеш. Был, әлбиттә, арттырыу. Шулай ҙа ҡунаҡ саҡырһаң, балалар ялға ҡайтһа, тырышҡан булаһың инде аш төрләндереп. Аналитиктар мәғлүмәте буйынса, былтыр байрам өҫтәлен әҙерләү Рәсәй кешеһенә 6403, 78 һум тәшкил иткән. Был – 2018 йылдағыға ҡарағанда 2, 74 процентҡа күберәк. Сырға хаҡ 11, 17 процентҡа артһа, аҡ май менән әфлисун 10, 36 – 10,87 процентҡа ҡыйбатланған. Ҡыяр - 8, 96%, ҡыҙыл ыуылдырыҡ – 4, 97%. Иң ҡыйбаты Чукоткала булһа, Ингушетияла байрам табынына 3500 һум сарыф иткән. Ә Мәскәү кешеһенең өҫтәле 7933, 34 һумға барып баҫҡан. Быйыл ҡайһылай булыр – ваҡыт күрһәтер. Киҙеү осоронда ҡунаҡ йыйып ултыра алмауҙы иҫәпкә алғанда, әҙерәк арзаныраҡ буласаҡ. Ауыл ерендә иһә тағы ла арзанға төшәсәк. Ни тиһәң дә, ите лә, майы ла, һөтө лә, йәшелсә-емеше лә – үҙ баҡсабыҙҙан. Айгөл Айытҡолова. "Мораҙым"гәзите.