Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
9 Декабрь 2020, 13:25

Тултырма әҙерләйек!

Хәҙер ауылдарҙа һуғым һуйған осор. Әлбиттә, бындай мәл элек-электән үҙенә күрә бер байрам булған. Матур теләктәр менән салынған малдың ите лә тәмле була. Уңған хужабикәләр малдың эс-бауырын да һәм баш-тояғын да әрәм итмәй. Төрлө ризыҡтар әҙерләй. Беҙ үҙебеҙ бер нисә йыл тултырма эшләйбеҙ.

Тултырма өсөн бауыр-йөрәк, үпкә, майҙы сайҡатып, таҙалап алып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Ит турағыстан үткәрергә лә мөмкин, әммә туралған килеш файҙалыраҡ та һәм тәмлерәк тә. Беҙ ошо иҙмәгә бер нисә баш һуған турайбыҙ һәм берәй стакан ярма (дөгө, тары) һәм самалап тоҙ-борос ҡушабыҙ.
Ошо әҙер иҙмәне осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултырабыҙ, сөнки бешкәндә эсәк тарая һәм ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, әйләндереп-әйләндереп, 4-5 урындан нәҙек энә менән тишергә кәрәк. Был тултырма ярылмаһын өсөн эшләнә. Бер сәғәттә тултырма бешә. Табынға эҫе көйө бүлгеләп ултыртыла.
Һуғымығыҙ һимеҙ, тултырмағыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: