Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
2 Ноябрь 2020, 17:02

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

Киҙеү таралған ваҡытта иммунитетты нығытыу өсөн халыҡ ысулдары ла байтаҡ. Бына шуларҙың бер нисәүһе:

* 10 бөртөк лимонға 10 баш һарымһаҡ, 500 гр бал кәрәк. Лимон менән һарымһаҡты ит тартҡыстан үткәреп, бал менән бутап, 10 көн ҡараңғы урында тотҡас, көнөнә 1 аш ҡалағы ашарға. Әгәр киҙеү эләктергәнһегеҙ икән – көнөнә 3 тапҡыр ҡабул итергә кәрәк. Был ҡатнашманы “Йәшлек эликсиры” тип тә йөрөтәләр.
* Һарымһаҡлы нәмәне ашай алмағандар өсөн тәмлерәк дауа эшләргә була, балаларға ла ярай: 300 гр йөҙөм, өрөк, ҡара емеш, грек сәтләүегенә уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит тартҡыстан үткәреп, бер стакан тирәһе бал ҡушып болғатырға ла, иртәле-кисле 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ашарға. Балаларға көнөнә 1 балғалаҡтан артыҡ бирмәҫкә.
* Ҡурай еләге япрағы йә киптерелгән емеше, ҡарағат, сейә, йүкә сәскәһе, бөтнөк үләнен бергә-бер нисбәттә ҡушып бутап, 2 аш ҡалағы ҡатнашмаға ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, төнәткәс, көн дауамында бүлеп эсергә. Дауаланыу бер аҙна дауамында барһа, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ булыр.
https://moradim.rbsmi.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/Ki-e--n-a-lanayi-504990/
Читайте нас: