Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
2 Ноябрь 2020, 17:10

Ирәүән барҙа ир үлмәҫ

РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАНТАМЫРМЫ? Йыш ҡына ошондай бәхәс сығып тора. Күп баҫмаларҙа ревень ирәүән булып йөрөй. Был мәсьәләгә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереү йәһәтенән Аҫылбикә Мәжитованың аңлатмаһын тәҡдим итәбеҙ.

- Минең үләндәр тураһында махсус белемем юҡ, шулай ҙа асыҡлыҡ индереп, фекеремде яҙып үтергә булдым. Урал аръяғында ревень - ирәүән түгел.
Ревень һүҙе ҡайҙан сыҡҡан? Персияла һәм бүтән илдәрҙә уны РАУАН тип йөрөтәләр. ИРӘҮӘН һүҙенә тура килеп тора. Бәлки, ниндәйҙер ваҡытта, халыҡ ЙЫЛАНТАМЫР үләнен яңылыш ИРӘҮӘН тип алып киткәндерҙә, быуындан - быуынға шулай бирелеп килгәндер.
Минеңсә был бәхәскә аныҡлыҡ индереп, нөктә ҡуйыр кәрәктер. Ни өсөнмө? Сөнки был үләндәрҙең һаулыҡҡа тәьҫире - ҡапма-ҡаршы. Тимәк, сәләмәтлеккә хәүеф янаусы буталсыҡ булырға тейеш түгел. РЕВЕНЬ токсинлы үлән булараҡ, ҡулланғанда бик ҙур һаҡлыҡ талап итә. Япрағында бөгөнгәсә асыҡланмаған токсин бар, ашауға яраҡһыҙ. Һабағы, тамыры дауа өсөн ҡулланыла. Һабағы витаминдарға айырыуса бай. Иртә яҙ менән үҫеп сығыуы менән ҡыуандыра. Унан бәлеш, ҡайнатма, борщ, компот эшләп була. Тик, йәйҙең икенсе яртыһында, күп төрлө кислоталар туплау сәбәпле һаулыҡҡа зыян килтерә.
Был үләнде күберәк эс ҡатҡанда (запор) .
ЙЫЛАНТАМЫР (Урал аръяғында - ИРӘҮӘН) ҡанды ҡуйыртһа, РЕВЕНЬ ҡанды шыйығайта. ЙЫЛАНТАМЫР бөйөрҙәге, үт ҡыуығындағы ташты иретһә, ҡанды туҡтатһа, РЕВЕНЬ киреһенсә , күп ҡулланғанда, таш булдырырға булышлыҡ итә. Эске яра, геморройға ҡанһырап, рецедивҡа булышлыҡ итә. Беренсеһе цистит ауырыуынан килешһә, РЕВЕНЬ, киреһенсә, ауырыуға булышлыҡ итә.
Шулай итеп, дөрөҫө РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘН, ГОРЕЦ ЗМЕИНЫЙ - ЙЫЛАНТАМЫР тип уйлайым.
ИРӘҮӘН - Горец змеиный или раковые шейки.
Был үләндең сәскәһелә, япраҡтарыла, тамырыла шифалы.
Тибет бағымсылары ирәүән тамырының 16 йыллығынан да йәшерәген шифа өсөн алмайлар икән.
Тамырын иртә яҙ йәки сентябрь, октябрҙә ҡаҙып алалар. Турап кофемолканан ваҡланғаны бигерәк уңай ҡулланырға, ваҡ итеп тураһаң да була. Киптергәндә йоҡа итеп йәйергә кәрәк, тиҙ бурһып бара.
Сәскәһен ҡолаҡ ауыртҡанда ҡулланалар. Япраҡтарын салатҡа, ашҡа турайҙар, кәбеҫтә кеүек тоҙларғала ярай.
Ирәүән тамыры ашҡаҙан ауырыуҙарынан, үттә, бөйөрҙә таш булғанда, холецистит, һыуыҡ тейеп тын юлдары ауыртҡанда, анемиянан, үҙәк көйгәндә, ҡатын - ҡыҙҙар ауырыуҙарынан ҡулланыла. Шулай уҡ ҡанды туҡтата, инфекцияға ҡаршы торорға, геморройҙан шифа, тынысландыра . Тән бешкән осракта компресс итеп ҡулланалар. Ҡоторған хайуан тешләгәндәлә ирәүән тамыры менән дауаланғандар элек.
Был үлән таксинһыҙ булараҡ, ҡурҡмай дауаланырға була. Бары тик, ҡан ҡуйырта торған үҙенсәлеге булғанға күрә, тромбофлебит менән сирләгәндәргә , ауырлы ҡатындарға ярамай.
10 г тамыр онтағын 200 мл. һыуҙа (водяная баня) 30 минут эҫетеп, һөҙгәс 1 аш ҡалағы менән көнөнә 3 - 4 тапҡыр ашар алдынан эсергә.
Тағы ла бер ысул: 10 - 20 г тамырҙы 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп 8 сәғәт термоста тотоп, һөҙөп алырға.
Дауа үләне генә түгел, элек унан туҡыма өсөн төрлө төҫтәге буяу ҙа эшләгәндәр, тире эшкәртергә файҙаланғандар.
Баҡсала үҫтерергә лә була. Уның өсөн тамырҙын баштарын ғына ҡырҡып ергә күмәләр. Тиҙ генә шытып сыға. Күләгәрәк ер булһа, яҡшыраҡ үҫә. Ирәүән барҙа - ир үлмәҫ тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Шифаһын күрәйек.
https://moradim.rbsmi.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/Ir--n-bar-a-ir-lm-465350/
Читайте нас: