Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
13 Август 2020, 13:18

КӨНСЫҒЫШСА ЙӘШЛЕК ЭЛИКСИРЫ

Был эликсирҙы һәр көн иртән ас ҡарынға эсһәң, бер айҙан һинең йәшәргән йөҙөңә ҡарап, сереңде бүлешеүеңде һорарҙар. Бының өсөн: * 100 мл яңы һығылған лимон һуты;* 200 гр бал;* 50 мл яҡшы сифатлы зәйтүн майы кәрәк буласаҡ.

Бар компоненттарҙы яҡшылап болғатығыҙ. Унан ҡатнашманы иртән ас ҡарынға 1-әр балғалаҡ эсегеҙ.
Унан һуң һеҙ күҙгә күренеп йәшәрерһегеҙ: бит төҫө матурайыр, күҙҙәрегеҙ ялтырап китер, тирегеҙҙәге һырҙар кәмер. Шулай уҡ эликсир ашҡаҙан-эсәк трактаты эшмәкәрлеген яҡшыртыр. Быуындар һәм бауыр шлактарҙан таҙарыр. Иммунитет нығыр. Шулай уҡ цистит менән пиелонефриттың ни икәнен оноторһоғоҙ.
Автор: Эльмира Киеккужина.
Читайте нас: