Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр!
13 Август 2020, 13:32

БЕШЕРМӘЙ ТОРҒАН БАУНТИ ДЕСЕРТЫ

Ингредиенттар:* 200 гр печенье * 20 гр шәкәр* 2 аш ҡалағы какао* 100 мл һыу* 80 гр кокос онтағы * 80 гр аҡ май* 60 гр шәкәр пудраһы

Әҙерләү:
Печеньены онтап, ыуалағандан һуң какао ҡушып болғатабыҙ. Шәкәрҙе ҡайнар һыуҙа иҙәбеҙ һәм әҙ-әҙләп ыуалған печеньеға ҡушабыҙ. Тығыҙ ҡатнашма килеп сығырға тейеш.
Аҡ майҙы шәкәр пудраһы менән бергә туҡып, какос онтағы менән бутарға.
Аш пленкаһына тигеҙ итеп печенье ҡатнашмаһын теҙеп һалып, өҫтөнә кокос кремын һылайбыҙ. Рулетты һаҡ ҡына төрәбеҙ һәм туңдырғысҡа 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Өҫтәлгә бысаҡ менән ҡырҡҡылап ултыртабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото "Бәйләнештә" селтәренең https://vk.com/wall-65295371_220489?hash=ff1c9eb1b6a12323cc төркөмөнән алынды.
Автор: Эльмира Киеккужина.
Читайте нас: