Йомортҡаны күперткәнсе болғатҡас, шәкәр өҫтәп, йәнә күпертеп алабыҙ. Унан һөт, май һалып тағы болғатабыҙ. Ванилин менән разрыхлитель өҫтәгәс, йәнә туҡыйбыҙ. Он өҫтәп, барыһын бергә еңел генә болғатабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, береһенә какао һалабыҙ, икенсеһенә 1 аш ҡалағы он өҫтәйбеҙ. Бешерә торған табаға алмаш-тилмәш һалабыҙ: бер ҡалаҡ аҡ ҡамырҙы, аҙаҡ бер ҡалаҡ какаолыһын. Шулай ҡамырҙар бөткәнсе һалабыҙ. "Мораҙым" гәзите.