Бөтә яңылыҡтар

Дөгөнө бешереүҙең дә сере бар

Дөгө тупраҡтағы органик булмаған мышаяҡты үҙенә тарта. Ул орлоҡтоң ҡабығында туплана. Шуға күрә шымартылған аҡ дөгө көрән дөгөгә ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк, тип иҫәпләй ғалимдәр.

Тикшеренеүселәрҙе орлоҡтарҙы мышаяҡ ҡалдыҡтарынан арындырыу ысулдары электән үк ҡыҙыҡһындыра. Тәжрибәләр һөҙөмтәһендә дөгө бешереүҙең яңы алымын уйлап тапҡандар. Тикшереү был осраҡта микроэлементтар миҡдарының үҙгәрмәгәнен, ә ярмала мышаяҡтың, ысынлап та, кәмегәнен асыҡлағандар. Көрән дөгөлә мышаяҡтың - 50, аҡ сорттарында 74 процентҡа тиклем миҡдары юҡҡа сығарылған.
Дөгөгә ҡайнап сыҡҡан һыу ҡойоп, биш минутҡа тондорорға ҡуялар. Аҙаҡ һыуын түгәләр һәм таҙа һыу һалып бешерәләр. Шул саҡта бутҡағыҙ тәмле лә, файҙалы ла булыр.
Фото: A42.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/D-g-n--beshere-e-d-sere-bar-528593/
Читайте нас: