Өс скумбрия, 150 грамм ҡаты сыр, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк.
Башта скумбрияны таҙартып, һөйәктәрен алып, һәйбәтләп йыуабыҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Балыҡтарҙы уртаға киҫәбеҙ. Шунан формаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ. Әҙерәк көнбағыш майы ҡойоп, балыҡтарҙы теҙәбеҙ. Тоҙ, борос, сыр һибәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.