Телеңде йоторлоҡ

Бер ҙур булмаған ҡабаҡ, бер-ике картуф, бер кишер, бер баш һуған, бер литр һурпа йәки һыу, 150 миллилитр һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google


Ҡабаҡты әрсеп, орлоҡтарын алып, дүрт сантиметр самаһы ҙурлыҡта киҫәктәргә бүлеп сығырға. Таҙартылған кишерҙе, һуғанды шаҡмаҡлап, әрселгән картуфты өс-дүрт сантиметр ҙурлығында шаҡмаҡлап турарға.

Йәшелсәне ҡайнап торған һурпаға йәки ҡайнар һыуға һалып, 15-20 минут бешерергә. Блендер ярҙамында иҙергә.

Һөт өҫтөн бер аҙ йылытып, ашҡа өҫтәргә. Яңынан утҡа ултыртып, ҡайнау хәленә еткерергә. Уттан алғас, биш-ете минут ҡапҡасын япҡан килеш тоторға.

Табынға ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр, ҡыҙҙырылған ҡабаҡ төшө, сәтләүектәр менән бирергә мөмкин.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/tele-de-yotorlo/
Читайте нас