Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтә япрағына төрөп тоҙланған ҡыяр

Әле тап төрлө салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләй, ҡыяр, помидорҙар тоҙлай торған мәл.

Ә һеҙҙең ҡыярҙы кәбеҫтә япрағы­на төрөп тоҙлағанығыҙ бармы? Бик тәмле килеп сыға. Ул бы­лай эшләнә: 3 литрыҡ банканың төбө­нә керән япрағы, укроп, ҡарағат япрағы, 2 – 3 теш һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙың ҡойроҡ остарын киҫеп, кәбеҫтә япраҡтарына төрәбеҙ. Банкаға матур итеп теҙеп тултырғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минут тотабыҙ. Шунан һыуын кәстрүлгә бушатып, 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер аҙ аш һеркәһе һалып, мари­над әҙерләйбеҙ. Ҡайнар маринад­ты киренән банкаға ҡойғас, 15 минут стерилләп алабыҙ ҙа ябып ҡуябыҙ.
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/ash-yu-ser-re/k-be-t-yapra-yna-t-r-p-to-lan-an-yyar/
Читайте нас: