Стэрлебаш шишмэлере
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн, хужабикәләр!
11 Август 2020, 12:09
Ҡышҡылыҡҡа татлы помидорҙар
Ял көндәрен нисек үткәрәһегеҙ, дуҫтар? Көндәр йонсоу торғас, ҡырға сығып ял итеү форсаты юҡ. Шунлыҡтан, ҡыштың бик үк алыҫта ла түгел икәнлеген һиҙемләп, әҙерләнә башлауҙы хуп күрҙем һәм помидорҙар тоҙлап ҡуйырға булдым. Тик һәр йылдағыса тоҙлап өйрәнгән рецепт буйынса түгел, ә татлы ысул менән. Рецепты яҙыусылар, бик тәмле килеп сыға, тип вәғәҙәләй, һеҙҙең менән дә бүлешәйем әле.
Алдан стерилләп әҙерләп ҡуйылған өс литрлы банка төбөнә бер-ике укроп зонтигы, дүрт-биш бөртөк ҡарағат, һәм сейә япрағы, 3-4 теш һарымһаҡ һалабыҙ ҙа алдан йыуып әҙерләп ҡуйған помидорҙарыбыҙҙы тултырабыҙ. Артабан өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут тотоп торабыҙ. Был ваҡыт үткәс, банкалағы һыуҙы кире кәстрүләгә ҡойоп, 1,5 -2 аш ҡалағы тоҙ, 6-8 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, борсаҡлы борос, хуш еҫле борос, гвоздика һалып кире ҡайнатабыҙ – был беҙҙең тоҙлоҡ була. Помидорҙар өҫтөнә өс аш ҡалағы 9% аш һеркәһе өҫтәп, ҡайнап сыҡҡан тоҙлоҡто ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуябыҙ. Бына шулай татлы ысул менән тоҙланған помидор килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Автор фотоһы.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ish-ili-a-tatli-pomidor-ar-402408/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?