Тауыҡ ите менән сырҙан

Ял көндәрендә һәр хужабикә яҡындарын үҙенсәлекле ризыҡтар менән ғәжәпләндерергә ынтылалыр. Уларҙы ҡеүәтләп, ошо рецепты тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 300 грамм әсе ҡамыр, 200 грамм тауыҡ ите, 100 грамм сыр, ике аш ҡалағы майонез, бер йомортҡа, ике аш ҡалағы һөт, ике аш ҡалағы он, тоҙ кәрәк.
Башта әсе ҡамырҙы бәләкәй өлөштәргә бүлеп, йәймә йәйәбеҙ. Артабан эслеккә тотонабыҙ. Тәүҙә тауыҡ итен бешереп һыуытҡас, бәләкәй өлөштәргә турайбыҙ. Ҡырғыс аша үткәрелгән сыр, майонез, тоҙ ҡушып һәйбәтләп болғайбыҙ. Әҙер йәймәләргә эслекте һалып, тирә-яғын бөкләйбеҙ.
Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, тәмлекәстәрҙе теҙеп, һөт менән йомортҡаны бергә туғып өҫтәренә һылайбыҙ. 200 градуста йылытылған мейестә 15 минут бешереп алабыҙ. Әҙер тәмлекәстәрҙе һыуытып өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: Smak.ua Автор: Рисаля Юмагулова.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Taui-ite-men-n-sir-an-69127/
Читайте нас