Башҡортса бәлеш

Эслек өсөн ике-өс картуф, бер килограмм һыйыр ите, ярты килограмм һуған, тоҙ, ҡара борос, лавр япрағы кәрәк. Ә ҡамыр өсөн 800 грамм он, бер йомортҡа, 200 грамм үҫемлек майы, 200 грамм һыу, 10 грамм сөпрә, тоҙ, 150 грамм һурпа, 15 грамм шәкәр, аҡ май кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә итте, таҙартылған картуфты кубиклап бер ҙурлыҡта турайбыҙ. Ваҡлап киҫелгән һуғанды, тоҙ, борос, лавр япрағын ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ.
Артабан ҡамырға тотонабыҙ. Йылымыс һыуҙа ҡоро сөпрәне он менән шәкәр ҡушып болғатып 10 минутҡа ҡалдырабыҙ. Иләнгән онға бер семтем тоҙ, йомортҡа, үҫемлек майы һалып туғыйбыҙ. Шунан сөпрәле ҡатнашманы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны өс өлөшкә бүләбеҙ. Беренсеһен, ҙур итеп, йәймәнең аҫ яғына, икенсеһен, бәләкәсерәген, өҫ яғына, өсөнсөһөн, бәләкәс кенәһен, өҫтөн ҡаплар өсөн.
Формаға йәйеп һалабыҙ ҙа эслекте өҫтәйбеҙ. Икенсе йәймә менән өҫ яғын ҡаплайбыҙ. Уртаһынан бәләкәй генә тишек эшләйбеҙ ҙә бәләкәй ҡамыр менән ҡаплап ҡуябыҙ. Алдан йылытылған мейестә 160 градуста ике сәғәт бешерәбеҙ. Бешеп етергә 10 минут ҡалғас өҫтөндәге тишекте асып һурпа йәки һыу һалып ебәрәбеҙ. Мейестән алырға ярты сәғәт ҡалғас, аҡ май менән майлап сығабыҙ. Аҙаҡтан өҫтөн ҡырҡабыҙ ҙа өҫтәләгә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын.
Читайте нас