«Ғаиләбеҙҙә 31 декабрҙә ҙур өҫтәл артына йыйылып, манты, бәлеш бешереү, салаттар эшләү һәм йылға йомғаҡ яһау йолаһы бар. Үҙеңде әкиәттә, бал саҡҡа ҡайтҡан кеүек итеп тояһың. Әйтерһең дә, миңә йәнә 10 йәш һәм мин өлкәндәргә өҫтәл әҙерләшәм... һәм мөһимлек тойғоһо. Бигерәк тә оло быуын үҙҙәренең хәтирәләрен иҫкә төшөрә башлаһа, ә бүлә-бүләсәрҙәр ауыҙҙарын асып тыңлай. Бөгөн күптәнге һорауығыҙ буйынса — манты!» — тип яҙҙы Үтәшева. Комментарийҙарҙа Ләйсән Үтәшеваға, уның өләсәһенә һәм ғаиләһенә Яңы йылда һаулыҡ һәм тағы ла күберәк тәмле рецепттар теләйҙәр.