Бөтә яңылыҡтар

Яңы йылға “Сырҙағы сысҡан” салаты

Йыл хужаһын ололап, байрам табынына был салатты мотлаҡ әҙерләгеҙ!

Ингредиенттар: сыр – 200 гр., тауыҡ түше – 1, тауыҫ йомортҡаһы – 9, консервалағы ананс – 1 һауыт, һарымһаҡ – 2 бүлкәт, бүҙәнә йомортҡаһы – 5, сосиска – 1, ҡара борос борсағы – 12

Тауыҡ итен, ананасты шаҡмаҡлап турарға.

Ваҡ ҡырғыс аша сырҙә үткәрергә.

Йомортҡаның ағынан һарыһын айырырға, ағын шаҡмаҡлап турарға. Һарыһы әлегә ятып торһон.

Һарымһаҡты пресс аша үткәреп, туралған – ҡырылғанды бергә ҡушып боғарға. Тәменсә тоҙ, майонез өҫтәргә.

Тәрилкәгә форма биреп һалырға, йомортҡа һарыһын ҡырҡыстан үткәреп салаттың өҫтөн ҡапларға һәм биҙәргә кәрәк.

Сысҡандарҙы бер тауыҡ һәм 5 бүҙәнә йомортҡалары ярҙамында яһарға. Теш таҙартҡыс йәки шырпы алып, күҙҙәрен, танауын эшләргә, унда ҡара борос борсағын ҡуйырға. Нәҙек итеп теленгән сосиска түңәрәген урталай ҡырҡып, унан ҡолаҡтар яһарға. Ҡойроҡто сысҡанды салатҡа урынлаштырғас ҡына беркетергә.

Байрам табынығыҙ бай булһын!

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-yil-a-Sir-a-i-sis-an-salati-55703/
Читайте нас: