Бөтә яңылыҡтар

Бауырҙан ҡатлы салат

500г сыр, 500 г бауыр , уртаса 4 кишер, 5 тоҙло ҡыяр һәм йомортҡа, 4 һуған кәрәк.

Бауырҙы бешереп, эре ҡырғыста ҡырырға. Бешкән кишерҙе , йомортҡаның ағын ҡырғыста ыуырға. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турарға. Һуғанды шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.Һауытҡа иң тәүҙә бауырҙың яртыһы, һуңынан һуған, ҡыяр, кишер, йомортҡа һалына. Һәр бер ҡатҡа майонез һыларға. Салаттың өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән биҙәргә. Ризыҡ тәмләнһен өсөн 3–5 сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып ҡуйырға.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: