Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙарып бешкән сейә

Сейә – эҫе көндә һыуһынды ҡандырыусы татлы емеш кенә түгел, шифалы үҙенсәлектәргә эйә булыусы иҫ киткес файҙалы үҫемлек тә.

Үҙенең составы буйынса ул ҡайын еләгенән генә ҡалыша. Ундағы С, В1, В2, В6, В9 витаминдары магний, кобальт, тимер кеүек микроэлементтар менән берлектә ҡан тамырҙарын нығыта, анемиянан һаҡлай һәм иммунитетты күтәрә. Емешендәге кумарин ҡандың ойошоусанлығын кәметеп, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, уның емешендә антоциандар, ферменттар, пектиндар бар.

Сейә бик көслө антиоксидант булып тора, организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай һәм яман шеш барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

Тын юлдары ауырыуҙарынан сейә һуты эсергә тәҡдим итәләр. Ул һалҡын тейүҙән һәм юғары температура булғанда ла файҙалы. Шулай уҡ мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу, артритты дауалау һәм атеросклерозды иҫкәртеү өсөн файҙаланыла . Сейә һуты шулай уҡ организмды эсәк таяҡсаларынан арындырырға булышлыҡ итә. Халыҡ медицинаһында уның япрағын да киң файҙаланалар. Дауалау өсөн сәскә атҡандан һуң үҙҙәре ҡойолған япраҡтарын ғына йыялар. Ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйырға була.

Иғтибар! Ашҡаҙан сей яраһы, үпкә хроник сирҙәре, шәкәр диабеты менән ауырыусыларға, шулай уҡ эсәктәрҙең эшмәкәрлеге боҙолғанда һәм артыҡ һимеҙҙәргә сейә емеше менән мауығырға ярамай.

Төнәтмәләр

Өс литрлыҡ банканың төбөнә 700 г шәкәр, 1 кг төшө алынған сейә һалырға һәм өҫтөн ҡаплағансы араҡы ҡойоп, 21 көн ҡараңғы урында тоторға. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр 20-шәр тамсы эсергә. Ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙалы.

10 г сейә ботағы онтағына бер стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан уттан алып, 1, – 2 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алып, тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәргә. Ангинанан, теш ҡаҙналары боҙолғанда ошо төнәтмә менән сайҡатырға.

Фото: Pixabay.com

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/i-arip-beshk-n-sey-27971/

Читайте нас: