Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйергә. Беренсе ҡатҡа алма иҙмәһе һалырға (бәлештән ағып сыҡмаһын өсөн манный ярмаһы ҡушырға кәрәк). Ҡамырҙың икенсе киҫәген йәйеп ябырға ла, күрәгәле эслекте һыларға. Һуңынан өсөнсө өлөш ҡамырҙы йәйеп, бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен матур итеп бөгөп сығырға. Ярты сәғәттә бәлеш бешеп тә сыға.
«Папирус» торты
Торт өсөн бер банка ҡуйыртылған һөт, бер ҡап маргарин, 2,5 стакан он, аш һеркәһе, лимон һуты тоҙ кәрәк.
Маргаринға он һалып ыуырға. Икенсе һауытта ярты стакан һалҡын һыуға тоҙ, бер балғалаҡ аш һеркәһе, ярты балғалаҡ лимон һуты һалып бутап, ҡамыр баҫабыҙ. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны ике сәғәттәй һыуытҡыста тотҡандан һуң, һигеҙ өлөшкә бүлеп, ныҡ йоҡа итеп йәйеп, мейестә бешереп алырға. Кетерләп кенә торған йәймәләрҙе мейестән алғас, формаһын юғалтмаһын өсөн өҫтөнә сепрәк ябырға. Ҡуйыртылған һөттө бер сәғәттәй һыуҙа ҡайнатып, йәймәләр араһына һылап, йәбештерергә.