Бөтә яңылыҡтар

Тултырмағыҙ тәмлеме?

Башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе тултырманы һәр төбәктә төрлөсә эшләйҙәр. Уны малдың үпкә-бауырынан да, баш итенән дә әҙерләргә мөмкин.

Әле ауылдарҙа һуғым һуйыуҙың ҡыҙған сағы. Һәр йортта тултырмалар тултырыла, табындарға итле ризыҡтар ҡуйыла. Форсаттан файҙаланып, өләсәйемдең тултырма эшләү серҙәре менән уртаҡлашмаҡсымын.
Уның ағас ороһонан яһалған ҙур табағы булды. Шунда бауыр-йөрәк, үпкә, майҙы сайҡатып, таҙалап һала ла үткер бәләкәй тәпке менән ваҡ ҡына итеп турай. Былай эшләүҙең үҙенә күрә өҫтөнлөктәре бар: беренсенән, ит турағыста аҙыҡҡа аҙ булһа ла тимер тәме күсеүсән, икенсенән, ағас табаҡта турағанда ит киҫәктәре эрерәк була - белгестәр раҫлауынса, ризыҡ ошо килеш кеше организмы өсөн файҙалыраҡ.
Тултырма өсөн әҙер иҙмәне осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар, сөнки бешкәндә эсәк тарая һәм ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалаһың. Ҡайнап сыҡҡас, әйләндереп-әйләндереп, 4-5 урындан нәҙек энә менән тишкеләйһең. Был тултырма һытылмаһын өсөн эшләнелә. Бер сәғәттә тултырма бешеп өлгөрә. Табынға эҫе көйө бүлгеләп ултырталыр. Тәпке менән туралған тултырма тәмле лә, һутлы ла була. Хәҙерге ваҡытта беҙ еңел булһын өсөн үпкә-бауырҙы, йөрәк, майҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Һуған йәки һарымһаҡ ҡушабыҙ. Шулай уҡ ярты стакан бүрттерелгән дөгө ярмаһын ҡушҡанда, тултырманың майын һура, уға йәм һәм тәм бирә. Борос, тоҙҙо һәр кем үҙе теләгәнсә самалап һала.
Табын күрке, хан һыйына тиң тултырмаларҙы өҫтәлгә төрлөсә ҡырҡып, салат япрағы һәм йәшелсәләр менән дә бирергә мөмкин. Һуғымығыҙ һимеҙ, тултырмағыҙ тәмле булһын!
Фото: zen.yandex.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tultirma-i-t-mleme-17219/
Читайте нас: