Бөтә яңылыҡтар

Баландан да ҡатыҡ була

Көҙҙөң һуңғы айы беҙҙе аҡ ҡарҙары, һыуыҡ елдәре менән бер аҙ өшөтөп алырға ла өлгөрҙө. Ауырымаҫ өсөн хәҙер инде һәр кемгә йылы кейенеп йөрөргә, сәләмәт тормош алып барырға һәм мотлаҡ витаминдарға бай ризыҡ менән туҡланырға кәрәк.

Әйткәндәй, ҡырауҙан, ҡар һыуыҡтарынан һуң тағы ла тәмләнеп киткән балан тап шундай шифалы ризыҡтың береһе лә инде. Уңған хужабикәләр был емештән ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәй!? Бәлеш, ҡайнатма, компот һәм башҡалар. Ә бына балан ҡатығы тигән ризыҡты күп яҡта белеп тә етмәйҙәр.
Ейәнсура районының Юлдаш ауылында йәшәүсе Гөлшат ҠЫУАТОВА бөгөн уны әҙерләргә өйрәтә. “Ҡатыҡ тигәс, тәүге тапҡыр күргән кешеләр һөт ҡушып эшләнгән ризыҡты көтә. Ә быға ул бөтөнләй ҡушылмай. Бары тик ҡатыҡ кеүек ҡуйы булған өсөн был ҡайнатма төрө балан ҡатығы тип атала”, – әҙерләй башлар алдынан ул бер аҙ аңлатма биреп үтте.
Һүрәтте ҙурайтып ҡарағыҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/balandan-da-aty-bula/
Читайте нас: