Бөтә яңылыҡтар

Балаҫты нисек таҙартырға?

Нашатыр спирты балаҫтағы насар еҫтәрҙе лә, таптарҙы ла бөтөрә.

Биш литр һыуға өс ҡалағы кер порошогы, бер аш ҡалағы нашатыр спирты һалабыҙ ҙа, шыйыҡсаға щетканы манып, бысраҡ балаҫ өҫтөн һыпырабыҙ. Һуңынан сепрәк менән һәйбәтләп ышҡып ҡоротабыҙ.
Таптарҙы бөтөрөү өсөн сода ла ҡулай әйбер. Сода эретелгән һыуҙы һиптергес менән һибеп сығабыҙ һәм сепрәк менән ышҡыйбыҙ.
Аш һеркәһе лә балаҫтағы таплы урындарҙы яҡшы таҙарта һәм еҫте ала.4/1 стакан аш һеркәһен 1 стакан йылымыс һыуға һалырға һәм бысраҡ урынды йыуырға.
Өйҙәге бесәйегеҙ «эш боҙорға» яратһа, был ысул иң ҡулайы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/bala-ty-nisek-ta-artyr-a/
Читайте нас в