-11 °С
Болотло
Кефир – бер стакан
Тоҙ – 0.5 сәй ҡалағы
Шәкәр – 0.5 сәй ҡалағы
Сода – 0.5 сәй ҡалағы
Сыр (ҡаты сорты) – ҡырылған бер стакан
Ветчина(колбаса, сосиски)– ҡырылған бер стакан
Он – ике стакан
Башта кефирға тоҙ, шәкәр, сода ҡушып, һәйбәтләп болғатырға кәрәк. Артабан бер стакан сырҙы, ондо ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүләбеҙ ҙә, йәйәбеҙ. Йәймәгә ветчинаны һалабыҙ. Тирә яғын тоташтырабыҙ. Табаға көнбағыш майы һалып бешерергә һалабыҙ. Уртаса утта ҡапҡасын ябып ике яғын да бешерәбеҙ. Тиҙ һәм тәмле ризыҡ әҙер!
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Sir-an-k-ls-ya-ap-ara-i-7038/