Бөтә яңылыҡтар

“Зебра” бәлеше

Ул барыбыҙға ла таныш. Буйлы-буйлы булғанға, үҙен “Зебра” тип атағандар. Ә тәмлелеге! Ризыҡтың рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Уны әҙерләү өсөн беҙгә 300 грамм он, өс йомортҡа, 250 мл кефир, 160 грамм шәкәр, дүрт аш ҡалағы какао, ванилин, тоҙ, бер сәй ҡалағы сода, биш грамм аҡ май, форма өсөн ике аш ҡалағы он кәрәк буласаҡ.


Башта һауытҡа кефир, шәкәр, тәм буйынса тоҙ, ванилин һалып туғыйбыҙ. Он, сода өҫтәп бергә бутайбыҙ. Икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөнә какао һалып болғатабыҙ.


Артабан бешерә торған форманы көнбағыш майы менән майлайбыҙ ҙа өҫтөнә он һибеп сығабыҙ. Формаға түңәрәк формаһында шыйыҡсаны ҡоябыҙ. Аҡ һәм шоколад төҫөндәген аралаштырып. Өҫтөнән тулҡын һымаҡ биҙәк тә эшләргә мөмкин.


190 градусҡа тиклем йылытылыған духовкаға 25-30 минут тирәһенә бешерергә ҡуябыҙ. Бына беҙҙең бәлешебеҙ әҙер. Уны һыуытып өҫтәлгә ҡуйһаҡ та була. Ашығыҙ тәмле булһын!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/zebra-b-leshe/
Читайте нас в