Бөтә яңылыҡтар

АКТРИСАНАН ФАЙҘАЛЫ РИЗЫҠТАР

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара БУРАНБАЕВА яҡындарын тәмле генә түгел, файҙалы ла ризыҡтар менән һыйларға ярата. Ҡәҙерлеләре өсөн һый-ниғмәтте һәр саҡ үҙе бешерә, кибеттән әҙер тәғәмдәрҙе алыуҙы бөтөнләй хупламай. «Өйҙөң йәме – тәмле аш-һыуҙа, бәлеш һәм ҡоймаҡ еҫе аңҡып тороуында», – ти ул.

Һуған ҡабығы өҫтөндә бешкән балыҡ

3 скумбрия балығына 1 лимон, 5-6 бөртөк ҡара борос, 3-4 лавр япрағы, 4-5 теш һарымһаҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 3 баш һуғандың ҡабығы кәрәк була.

Лимондың һутын һығып алабыҙ (балыҡты биҙәргә бер нисә киҫәген ҡалдырабыҙ). Зәйтүн майы, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ, лавр япрағын һалып болғатабыҙ. Таҙартып әҙерләнгән балыҡты ошо маринадта 2 сәғәт тотабыҙ.

Таба төбөнә ҡурғаш (фольга) йәйәбеҙ, һуған ҡабығын тигеҙ итеп һалып сығабыҙ. Өҫтөнә махсус ҡағыҙ (пергамент) йәйәбеҙ ҙә балыҡтарҙы урынлаштырабыҙ. Балыҡ өҫтөнә лимон киҫәктәре ҡуябыҙ һәм ҡурғашты төрәбеҙ. 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 – 45 минут бешерәбеҙ.

Һуған ҡабығы балыҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫ биреүе менән үҙенсәлекле.

Аштарығыҙ тәмле, файҙалы булһын!
Читайте нас: