Бөтә яңылыҡтар

Тауыҡ итенән борщ

Һалҡын көндә йылы өйгә ашҡынып ҡайтҡан яҡындарығыҙҙы ниндәй ризыҡ менән һөйөндөрмәксеһегеҙ, ҡәҙерле хужабикәләр? Әйҙәгеҙ, борщ әҙерләйек! Уның рецептарының береһен тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Беҙгә тауыҡтың түш ите, бер-ике сөгөлдөр, бер һуған, бер кишер, бер татлы борос, ике картуф, кәбеҫтәнең дүрттән бер өлөшө, өс төш һарымһаҡ, йәшел әнис, петрушка, ике аш ҡалағы томат пастаһы, ике аш ҡалағы уксус, ике-өс аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, борос, көнбайыш майы кәрәк.


Кәстрүлдә тауыҡтың түш итен бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Һурпа әҙер булғансы кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турайбыҙ. Картуфты әрсеп, шулай уҡ кубик формаһында киҫәбеҙ. Боростың эсен алып, йәнә шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Кишерҙе, сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды турайбыҙ. Һарымһаҡты таҙалап иҙгеләйбеҙ.


Шул арала ит тә бешеп сыға. Әҙер һурпаға кәбеҫтә менән картуфты һалабыҙ. Табаға көнбағыш майы ҡойоп, сөгөлдөрҙө, кишерҙе, боросто, һуғанды, һарымһаҡты ун минут тирәһе быҡтырабыҙ. Шунан өҫтөнә томат пастаһы, шәкәр, уксус өҫтәп болғай-болғай 5-10 минут самаһы тағы ла утта тотоп алабыҙ.


Килеп сыҡҡан массаны һурпаға өҫтәп ебәрәбеҙ. Бешкән итте турап ашҡа һалабыҙ. Йәшел әнис менән петрушканы ваҡлап, борос өҫтәп, тағы биш минут ҡайнатып алабыҙ.


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: