Бөтә яңылыҡтар

Рәхим итегеҙ: лимондан хуш еҫле бәлеш!

Иртә менән тороп, ял көнө яҡындарығыҙҙы тәмле ризыҡ менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙмы, уңған хужабикәләр? Беҙҙең дә изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерге килә. Лимондан хуш еҫле бәлеш бешергегеҙ киләме? Өйрәтәбеҙ! Иртәләрегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Был хуш еҫле бәлеш бик тиҙ әҙерләнә. Уны бешереү өсөн күп ингридиент та кәрәкмәй. Өс йомортҡа, 180 грамм шәкәр, 220 грамм он, 10 грамм кефир, 100 мл көнбағыш майы, бер лимон, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер грамм ванилин, тоҙ алабыҙ.


Башта йомортҡа, шәкәр, ванилин, тәменсә тоҙ һалып һауытта туғыйбыҙ. Лимонды эҫе һыуҙа һәйбәтләп йыуып, төштәрен таҙалап, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡалы-шәкәрле ҡатнашмаға көнбағыш майы, кефир һалып болғатабыҙ, үткәрелгән лимонды ҡушабыҙ. Йомшартҡыс менән ондо һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.


Форманы майлап, әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. Был һауыт бәләкәйерәк икән, бәлеш бейегерәк була. Өҫтө ҡыҙарғансы 180 градуста 40 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Әҙер булғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәбеҙ.


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: