Бөтә яңылыҡтар

Картуф менән балыҡтан бәлеш

Кискә нимә әҙерләргә? Тиҙ ҙә, тәмле лә булһын. Мәҫәлән, картуф менән балыҡтан ҡойҡалы бәлеш. Уны һәр хужабикә әҙерләй ала. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ҡамыр өсөн беҙгә 250 грамм ҡаймаҡ, 250 грамм майонез, алты аш ҡалағы он, өс йомортҡа, 0,5 сәй ҡалағы сода, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк була.


Эслек өсөн: 1-2 сайра консерваһы, ике картуф, бер баш һуған.


Йомортҡаны һауытҡа һалып тоҙлап, майонез, ҡаймаҡ менән туғыйбыҙ. Килеп сыҡҡан массаға сода, он ҡушып болғатабыҙ.


Картуфты эре ҡырғыста ҡырып, һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Сайра консерваһының һыуын түгеп, сәнске менән ваҡлайбыҙ. Формаға ярты ҡамырҙы ҡоябыҙ, һуған өҫтәйбеҙ. Картуф менән балыҡты ҡатлам менән һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 180 градуста 30-35 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: