Яңы өҙөлгән ҡыяр – 200 грамм, башлы һуған – 80 грамм, ҡайнаған һыу – 150 грамм, тауыҡтың түш ите – 200 грамм, йомортҡа – өс дана, шәкәр – 0,5 сәй ҡалағы, тоҙ – 0,3 сәй ҡалағы (һуғанды маринадлар өсөн), майонез – өс-дүрт аш ҡалағы, 6 процентлы аш һеркәһе – бер аш ҡалағы.
Башта һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа ҡайнап һыуыған һыу, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе ҡушып, 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡыярҙы һалам формаһында ҡырҡабыҙ. Бешерелгән тауыҡ итен ваҡлайбыҙ ҙа ҡыяр һалынған һауытҡа ҡушабыҙ. Һуғандың маринадын түгәбеҙ ҙә, йомортҡаны шаҡмаҡлап турап, һауытҡа һалып майонез, тоҙ өҫтәйбеҙ.