Бөтә яңылыҡтар

Рәхим итегеҙ: эремсектән тәмлекәс

Бөгөн өлгөр хужабикәләрҙең аш-һыу бүлмәһендә күберәк булып, яҡындарын төрлө ризыҡ менән һыйларға ынтылыуынан файҙаланып, беҙ ҙә сираттағы рецепты тәҡдим итергә ашығабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Был тәмлекәс килеп сыҡһын өсөн эремсекте ваҡ иләк аша үткәрәбеҙ. Һыулы булырға тейеш түгел. Духовкала ла, парҙа ла бешерергә мөмкин. Эсенә емеш-еләк, сәтләүек һалып ебәрергә була.


Әҙерләү өсөн 500 грамм эремсек, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ шәкәр, көнбағыш майы, алты ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.


Башта эремсекте һауытҡа һалабыҙ ҙа эре төйөндәр ҡалмаһын өсөн ваҡлайбыҙ. Алда әйтелгәнсә, һыулы ла, ныҡ ҡоро ла булырға тейеш түгел, юғиһә бешергәндә ярыла. Унда йомортҡа менән шәкәрҙе бергә ҡушып бутайбыҙ. Биш ҡалаҡ өйөп он һалабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан эремсектәр эшләйбеҙ.


Шунан табаны утҡа ҡуйып, көнбағыш майы һалабыҙ ҙа өҫтәре ҡыҙарғансы бер-ике минут тирәһе бешерәбеҙ.
Читайте нас: