Бөтә яңылыҡтар

Һөттә манник

Манник бешереүе бик тиҙ һәм еңел.

Уның өсөн беҙгә бер стакан манный ярмаһы, бер стакан шәкәр, 50 грамм аҡ май, өс йомортҡа, сода кәрәк буласаҡ. Башта духовканы 180 градусҡа ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ, табаны көнбағыш майы менән майлайбыҙ.

Аҡ майҙы иретеп, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһы ҡушып миксер менән туғыйбыҙ ҙа, өҫтөнә һөт менән сода ҡушабыҙ.


Ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәлеште шәкәр пудраһы менән биҙәргә мөмкин.


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: