Эслек өсөн 0,5 килограмм фарш, тоҙ-ҡара борос, 50 гр томат пастаһы, 70 гр кефир йәки ҡаймаҡ, ике лавр япрағы (лавр яратмаусылар һалмаһа ла була), бер ҙур башлы һуған, бер помидор, ике тырнаҡ һарымһаҡ.
Фаршҡа кәрәкле әйберҙәрҙе ҡушып, яҡшылап болғатырға, ҡамыр баҫып, йоҡа итеп йәйергә, шул ҡамырға итте йәйергә лә рулет формаһында төрөргә, аҙаҡ киҫәктәргә булергә кәрәк.
Рулеттың ике яғын да майлы табала ҡыҙҙырып, аҙаҡ һыу өҫтәп бешерергә кәрәк. Табала тәүҙә һуған, кишерҙе әҙерәк ҡыҙҙырып алырға, аҙаҡ рулет әүәләгәнсе, ул кишер-һуғанға ҡайнар һыу өҫтәп , 20 мин самаһы томалап бешерергә кәрәк. Шунан рулеттарҙы бешкән кишер-һуған өҫтөнә теҙеп, ҡаплап, 40 минуттай парҙа бешерергә генә ҡала.