Пицца өсөн башта ҡамыр баҫабыҙ. Онға ике күкәй, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, һөт, сода ҡушыла. Ул йомшаҡ ҡына булырға тейеш.
Эслек өсөн соус, бер һуған, колбаса, сыр алабыҙ.
Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп сығабыҙ ҙа йәйәбеҙ. Майланған табаға һалып, эргә-тирәһен тигеҙләп ҡырҡып сығабыҙ. Йәймәгә соус һөртөп, ваҡлап туралған һуған ҡушабыҙ. Колбасаны нәҙек кенә итеп ҡырҡабыҙ ҙа һуғандың өҫтөнә һалабыҙ. Унан ваҡланған сыр һибәбеҙ. Духовкала 20 минут бешерәбеҙ.