Бөтә яңылыҡтар

“Биш минут” рулеты

Ял көндәре көтөлмәгән шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булыусан. Ҡапыл ғына берәйһе ҡунаҡҡа киләм тип хәбәр итһә, сәй табынына ҡуйыу өсөн еңел генә әҙерләнгән тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн биш аш ҡалағы шәкәр, биш аш ҡалағы он, биш аш ҡалағы ҡоро һөт, өс йомортҡа, 1/3 балғалаҡ сода (аш һеркәһе менән һүндерергә) һәм бер семтем тоҙ кәрәк.


Иң тәүҙә мейесегеҙҙе 220 градусҡа йылытырға ҡуйығыҙ. Духовканың табаһын (противень) майлап, мейескә тығығыҙ, ул эҫе булырға тейеш.


Йомортҡаны шәкәр менән бергә туҡырға, аҙ-аҙлап он, ҡоро һөт, тоҙ һәм сода өҫтәргә. Ҡамырҙы эҫе табаға йәйеп һалып, теүәл биш минут бешерегеҙ. Мейестән алыу менән повидло, джем йәки ҡайнатма һыларға һәм рулет итеп төрөргә. Һыуынғас, шәкәр онтағы һибергә мөмкин.


Әгәр рулетты табала килеш төрөү мәшәҡәт тиһәгеҙ, бешеп сығыу менән таҙа таҫтамалға әйләндереп һалып та эшләргә мөмкин.


Табындарыбыҙ түңәрәк, кәйефебеҙ шәп булһын!
Читайте нас: