Белгестәр һанаған: Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө ҡайнатма, тоҙланма, башҡа төрлө консерва әҙерләй икән. Әммә күрһәткестәр түбәнгә төшә бара. Йәғни, кеше йылдан-йыл "ҡышҡылыҡҡа банка ябыу"ҙы ташлай.
"Ромир" холдингы тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шуны иҫенә төшөргән: баҡһаң, 2011 йылда Рәсәйҙәрҙең 50 проценты ҡайнатма-тоҙланмалар яһаған.
Эксперттар белдереүенсә, кеше, моғайын, әҙер алырға күнегеп баралыр. Ваҡыттары етмәйҙер. Ялҡаулана баралыр. Ҡуйырға (һаҡларға) урыны юҡтыр.
Бәлки, баҡсалары юҡтыр. Үҙ баҡсаңда үҫтергән уңыштан нимәлер әҙерләү бәхете күптәргә тәтемәй шул хәҙер.