Күсергән ваҡытта бүлбеләрҙе таҙартырға һәм йыуырға. Сырмалып бөткәндәрен ипләп кенә ысҡындырырға. Тамырҙары еңел генә ысҡынмаһа, 15 – 20 минутҡа йылы һыуға тығып торорға.
Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алырға. Аҙаҡ активлаштырылған күмерҙе ваҡлап, ҡырҡҡан тамырға һибергә. Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 – 1 см еткермәй ҡырҡырға кәрәк. Ҡырҡып ташлаған урындарҙы эшкәрткәндән һуң, орхидеяны яңы һауытҡа ултыртырға. Иң яҡшы ашлама – ҡарағай ҡабығы. Ә дым һаҡланһын өсөн мүк өҫтәргә онотмағыҙ. Ағас күмере лә ҡушырға була. ашлама ни тиклем эре була, шул хәтлем тамырҙарға тын алыу яҡшыраҡ. Был экзотик гөл тупраҡта үҫмәй.
Һауыт-һаба һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарағыҙ. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта 1 – 2 см һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.
Һауыттың төбөнә эре ҡабыҡ, уның өҫтөнә әҙ-мәҙ ваҡтарын һалырға. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп тороп, тирә-яғын ҡабыҡ менән тултырырға. Тамырҙарҙы өҫтән еңелсә генә батырырға. Күсереп ултыртылған орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса, һалҡынса ергә ултыртырға. 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла була. Япраҡтарына ғына һыу һиптерергә мөмкин. Беренсе тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фитоспорин йә фунгицид ҡушырға кәрәк.