Һуңынан уны тимер иләккә һалып һөҙөгөҙ ҙә, иҙмәгә 1 кг шәкәр өҫтәп, желе ҡуйылығына еткәнсе бешереп алығыҙ. Ут өҫтөнән алыр алдынан аҙ ғына лимон кислотаһы ла һалып ебәрегеҙ.
Варенье һыуынғас, батмустарҙың йәки ағас таҡтаның өҫтөн майлап, нәҙек кенә итеп һалып сығығыҙ. Еләҫ урында киптерегеҙ.