Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн, хужабикәләр!
14 Сентябрь 2019, 20:22

Кишерегеҙ баллымы?

Әле көҙҙөң иң матур сағы, баҡсалар ҙа мул уңышы менән ҡыуандыра.

Күптәр картуфын ҡаҙып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалды ла инде. Һарымһаҡ, һуған күптән баҙҙа. Бөгөн иһә баҡсасылар түтәлдәрҙән кишер ҡаҙып алыу менән мәшғүл.


Был эште иртән түгел, ә кис башҡарырға кәрәк. Шул осраҡта тамыр аҙыҡ баллыраҡ була икән. Эш шунда: көндөҙгө сәғәттәрҙә япраҡтарындағы шәкәр кишерҙең үҙенә күсә. Әлбиттә, бының өсөн һауа температураһы кәмендә 20-25 градус йылы булырға тейеш.


Әгәр кишер өлгөргән ваҡытта һалҡын көндәр булһа, тамыр аҙыҡҡа бал тәме инеренә өмөтләнеү файҙаһыҙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/kisherege-ballymy-/
Читайте нас: